Рус халҡының август айында әүҙем билдәләнгән боронғо байрамдары араһында Ғайса пәйғәмбәрҙе ҡотҡарыуҙы һынландырған Спастар – Алма, Бал, Сәтләүек көндәре бар. Мәләүез районының Воскресенское ауылы халҡы иһә игенсе уңышын данлап Икмәк Спасын иғлан итте. Йола буйынса был көндө ураҡ тамамлана, ужым сәселә, икмәк бешерелә һәм төрлө тәмлекәстәр әҙерләнә. “Торатау” геопаркы биләмәһендә урынлашҡан ауыл халҡы театрлашҡан тамаша ойошторорға, 1745 йылда төҙөлгән баҡыр иретеү заводы менән танылған Воскресенское ауылының боронғо йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтергә ниәтләй.
Икмәк Спасы “Воскресенскоела Этноауыл” проекты сиктәрендә үткәрелә. Байрам 28 августа сәғәт көндөҙгө икелә башлана.