Вакцина эшләт һәм 100 мең от

Тулыраҡ: Вакцина эшләт һәм 100 мең от

Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин прививка яһатыусылар араһында аҡса уйнатыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Бүләк — 100 мең һум. Бер мең еңеүсе билдәләнә. Был сара вакцина яһатҡандарҙың берҙәм исемлеге нигеҙендә 2021 йылдың 1 сентябренән 1 декабренә тиклем уҙғарыла. Өфөлә коронавирустан вакцина эшләткәндәр араһында ла конкурс уҙғарыла. Июндә баш ҡалала бер бүлмәле фатир һәм 10 заманса смартфон уйнатылғайны.