Сит кеше өсөн күпме түләргә мөмкин?

Тулыраҡ: Сит кеше өсөн күпме түләргә мөмкин?

Өфөлә ике ҡатлы йортта йәшәүселәр бер-нисә ай коммуналь сығымдарҙы түләмәгән күршеләренең бурыстарын ҡапларға мәжбүр. Үткән айҙа ОДН өсөн һәр фатирҙан кәмендә 2000 һум түләргә ҡушҡандар. Шулай итеп, ярты йыл эсендә дөйөм йорт ихтыяждары өсөн бында йәшәүселәр 60 тапҡыр арттырып түләргә мәжбүр. Дим районының иң иҫке йорттарының береһендә йәшәүселәр һуңғы ярты йылда электр энергияһы менән тәъмин итеүсе компания менән ысын мәғәнәһендә көрәшергә мәжбүр. Көстәр тиң түгел, сөнки ай һайын энергия ҡулланған өсөн хаҡтар арта ғына. Был сумманы йорттарҙа йәшәүселәр квитанцияның ОДН тигән юлында күрә. Ни өсөн подъезда янған ике лампочка өсөн шундай хаҡ түләүҙәрен аңлай алмай улар. Кемдер 2 меңдән артыҡ түләргә мәжбүр. Мәҫәлән, пенсионер Наталья Петровнаның фатирында ике счетчик тора. Ошо сумманы компания ике квитанцияға ла яҙа. Гусевтар өсөн ОДН 3 меңдән артып киткән.Ин юғары хаҡтар июнь айында килгән. Энергия һатыу компанияһы иҫбатлауынса, был айҙа поъездарҙа ут 28 мең һумға янған. Шул сумманы компания 18 фатирға бүлгән. Нисек 3 лампочка бер айҙа бер йыллыҡ энергия сарыф иткәнен йортта йәшәүселәр аңлай алмай.Был иҫке йорттар бер ниндәй идара итеүсе компанияға ҡарамай. Тимәк, электр менән тәъмин итеүсе компания менән һәр фатир айырым килешеү төҙөгән. Урындағы торлаҡ файҙаланыу участкаһы етәксеһе Илдар Мәхмүтов бындай осраҡта һәр фатир хужаһына мәсъәләгә яуаплыраҡ ҡарарға тәҡдим итте. Энергия менән тәъмин итеүсе компания хәлде бер тапҡыр килеп ҡараны, ти йортта йәшәүселәр. Әммә ни өсөндөр мәсъәлә хәл ителмәй. «Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы»нан асыҡлыҡ индереүҙәрен һораныҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы улар беҙҙең менән осрашырға теләмәне, телефон аша яуап бирҙе. Аңлайышһыҙ осраҡта бер аҙ юғары сумма түләү менән килешер ҙә ине халыҡ. Тик 60 тапҡыр арттырып түләү башҡа һыйырлыҡ түгел, ти улар. Электр менән тәъмин итеүсе компания вәкилдәре хәлде урынға сығып тикшерергә ашыҡмай. Күрәһең, халыҡтан ошолай аҡса талап итеү еңелерәк ысул, тип тапҡандарҙыр. Ышаныслы аңлатма бирә алманы ойошма. Тимәк, был йорттарҙың мәсъәләһенә әйләнеп ҡайтырбыҙ әле.