Тәбиғи парктар ябылды

Тулыраҡ: Тәбиғи парктар ябылды

Башҡортостанда янғын хәүефе сәбәпле “Ирәмәл” һәм “Еҙем” тәбиғи парктары ябылды. Был ваҡытлыса сара төбәктә урынлашҡан эҫе көндәр һәм тәбиғәт янғындары хәүефе һөҙөмтәһе. Республиканың тәбиғи парктар етәкселеге “Ирәмәл” һәм “Еҙем” парктарына инеүҙе ваҡытлыса сикләй. Бойороҡ 2021 йылдың 18 авгусынан ғәмәлгә инә. Парктар 5 сентябргә тиклем ябыҡ. Республиканың айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекцияһы етәксеһе Салауат Нәфиҡов белдереүенсә, кешеләр көнэлгәре һатып алынған билеттар менән һуңынан парктарға килә йәиһә билеттар хаҡын тулыһынса кире ҡайтара ала. Сикләүҙәр урындағы халыҡҡа ҡағылмай, ауыл халҡы парк биләмәһендә малға бесән әҙерләүен дауам итә ала. Тәбиғи парктар етәкселеге һауа торошо үҙгәреп янғын хәүефенә бәйле хәл тотороҡланһа сикләүҙәрҙең ваҡытынан алда туҡтатылыуы ихтимал.