Рәсәйҙә географтар көнө билдәләнде

Тулыраҡ: Рәсәйҙә географтар көнө билдәләнде

Ошо уңайҙан Башҡортостан дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһында Рус география йәмғиәте көнө ойошторолдо. Рус география йәмғиәте көнө Башҡортостан 24 каналында иртәнге “Доброе утро, Уфа!” тапшырыуынан башланды. Әйткәндәй, быйыл тап ошо йәмғиәт 176 йыллығын билдәләй. Республикала йәмғиәт ниндәй экспедициялар ойоштора һәм ниндәй проекттар өҫтөндә эшләй? Тапшырыуға килгән ҡунаҡтар ошо һорауҙарға яуап бирҙе һәм әле ғәмәлгә ашырылған эштәр тураһында һөйләне. Яңынан-яңы ерҙәрҙе, тәбиғәтте, уның кешеләрен өйрәнеү, карталар төҙөү, халыҡ араһында мәғрифәтселек эше алып барыу – рус география йәмғиәте маҡсаты. Был хаҡта йәмғиәт ағзаһы, “Аҫҡын боҙ мәмерйәһе” проекты етәксеһе Гүзәл Хәмитова ла “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуында һөйләп үтте. Артабан Рәсәй медиаүҙәгендә Рәсәй география йәмғиәте ағзалары бер сәғәтлек матбуға конференцияһы үткәрҙе. Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Салауат Сәғитов һуңғы йылдарҙа башҡарылған эштәргә байҡау яһаны. Башҡортостан тәбиғәте хозурлығы менән ҡунаҡтарҙы таң ҡалдыра. Әле республикала меңдән ашыу мәмерйә бар. Йылына ике-өс яңы мәмерйә табыла, ти Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов. Рус география йәмғиәте көнөндә шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университетының 2-се корпусында Валериан Альбановҡа таҡтаташ асылды. Сарала республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Валериан Альбанов ҡасандыр Арктикала тикшереүҙәр алып барған, төрлө экспедицияларҙа ҡатнашҡан. Беҙҙең телеканалда Рус география йәмғиәте көнө радиола тура эфирҙар менән тамамланды.