Ауыл тарихы бер музейҙа

Тулыраҡ: Ауыл тарихы бер музейҙа

Туймазы районы Ҡандракүл ауылында “Ҡыҙыл балыҡсы колхозы” музейында ата-бабаларҙың көнкүреше менән танышырға мөмкин. Шәхси музейҙы ошо ауыл уҙаманы Раян Баһауетдинов үҙ аҡсаһына төҙөгән. Раян Баһауетдиновҡа балыҡ тотоу серҙәре бәләкәй саҡтан таныш. Балыҡсылыҡ кәсебе һәр ғаиләне, шулай уҡ бөтә ауылды һәм районды туйҙырған. Раян Баһаүетдинов ошо ҡорамалдарҙың барыһы менән дә бәләкәй саҡтан ҡулланған. Һөнәре буйынса водитель, хаҡлы ялға сыҡҡас, Себер тарафтарынан ҡайтып, хыялын ғәмәлгә ашыра. Раян Талбутдин улы класташтары, туғандары ярҙамында үҙ аҡсаһына музей аса. Йәмле Ҡандракүл буйында 1956 йылға тиклем “Ҡыҙыл балыҡсы” колхозы гөрләп эшләгән. Раян Баһауетдиновтың да музейы тап ошо исемде ала. Бында ата-бабаларыбыҙҙың кәсептәре, шулай уҡ көнкүреше менән дә танышырға мөмкин. Музейҙа төрлө йылдарҙа ҡулланылған көнкүреш әйберҙәре урын алған. Раян Баһауетдинов ата-бабаларынан ҡалған күп экспонаттарҙы һаҡлаған. Шулай уҡ ауыл халҡынан хатта 19-сы быуаттарҙағы, советтар заманындағы көнкүреш әйберҙәрен йыйып ала, хәҙер үҙҙәре лә килтерә, ти Раян Талбутдин улы.Ҡапҡанан күлгә тиклем музей тип әйтергә мөмкин. Һәр урында ниндәй ҙә булһа ҡомартҡы урынлашҡан. Был иһә крәҫтиән-балыҡсы йорто, ул Раян Баһауетдиновтың хәтирәләренә таянып төҙөлгән, хатта уның ҡыйығы ла ҡабыҡтан. Әлбиттә, йорт һалғанда заманса ҡорамалдар ҡулланыла. Ә бына өй тышҡы яғынан да, эске яғынан да олатаһы менән өләсәһенең йортона тулыһынса оҡшаш. Йорт ҙур түгел, аш-һыу әҙерләгән яҡ менән төпкө өлөш – шаршау менән бүленгән. Раян Баһауетдинов тарихты һаҡлаусы, ошо яҡтағы топономиканы өйрәнә. Ул тыуып үҫкән ере, Ҡандракүл өсөн дә борсолоп йәшәй. “Ҡыҙыл балыҡсы колхозы” шәхси музейы ишектәре һәр ваҡыт асыҡ. Мәктәп балалары килеп тыуған яҡты өйрәнә ала. Раян Баһауетдинов һәр экспонаттың , ата-бабаларыбыҙҙың тарихын бәйән итергә әҙер.