Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты 19 август иртәһенә тәбиғәт янғындары иҫәбен барланы. Республикала алты яңы усаҡ асыҡланған. Урман 54,24 гектар майҙанда яна. Благовар, Хәйбулла, Йылайыр, Туймазы, Баймаҡ район биләмәләрендә янғындар дөрләй. Кисәге тәүлек эсендә 10 янғын һүндерелгән. Белорет районында 102 һәм 2 гектар майҙанда ике усаҡ, Әбйәлилдә бер, Бөрйәндә ике усаҡ күҙәтелә, Баймаҡ, Благовар, Кушнаренко райондарында урман янған майҙандар ҡала. Уларҙан 160 гектарҙы биләгән биш усаҡҡа сик ҡуйылған. 112 гектар майҙанда утҡа әле сик ҡуйылмаған.
ФОТО https://www.gismeteo.ru/news/wildfire/minprirody-rassmatrivaet-voprosy-m...