Яңы коронавирус: тәүлек иҫәбе

Тулыраҡ: Яңы коронавирус: тәүлек иҫәбе

Башҡортостанда йәнә 11 кеше яңы коронавирус инфекцияһы ҡорбаны булды. Үткән тәүлектә был сир 291 кешелә асыҡланған. Пандемия башынан 53 мең 460 кешелә яңы коронавирус сире теркәлгән, 962 кеше сирҙән арына алмай яҡты донъя менән хушлашҡан.

Төбәктә күмәк вакцинация бара, был сара йоғошло сиргә коллектив иммунитет туплар өсөн мөһим. Бөгөнгә республика халҡының 1 миллион һикһән ике мең дүртйөҙ алтмыш бере прививка яһатҡан, шуларҙың 22 меңдән ашыуы – үткән тәүлек эсендә прививка ҡуйҙырған. Вакцинаның ике компонентын да ҡаҙатҡандар һаны 885 меңдән артты. Республика медицина учреждениелары вакциналарҙың 1 275 348 миҡдарын алған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хөкүмәт коронавирустан вакцина яһатҡандар араһында рәсми лотерея уйната. 1 сентябрҙән 1 декабргә тиклем прививка яһатҡан һәм ошо хаҡта уникаль яҙылыу номеры менән вакцинацияланғандарҙың берҙәм регистрында теркәлгән граждандар 100 мең һум аҡса отоу хоҡуғын ала. Лотерея һөҙөмтәләрен бонусзаздоровье.рф. сайтында ҡарарға мөмкин. Приз отоу тураһындағы мәғлүмәт Госуслуги сайтындағы шәхси кабинетта ла сағыла.