Өфө районы Йоматау ауыл советы халҡы тарихи ваҡиғаны мәңгеләштерҙе. 1941 йылдың июленән 1944 йылдың февраленә тиклем шифахана бинаһында урынлашҡан эвакогоспиталь табиптарының яҡты иҫтәлегенә һәм тиңһеҙ батырлығына бағышлап таҡтаташ асылды. Был хаҡта Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров социаль селтәрҙәге сәәхифәһендә хәбәр итә. Йоматау шифаханаһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында меңәрләгән яралы һалдат һәм офицерҙы дауалап сығарған. Күптәр госпиталдән һуң яңынан сафҡа баҫҡан. Шифахана биләмәһендәге туғанлыҡ ҡәберлеге лә бар. Бында 100-ҙән ашыу һалдат ерләнгән. Әлеге ваҡытта Йоматауҙа музей эшләй, Экспонаттар дауалау учреждениеһының бай тарихын тасуирлай, һуғыш осоронда фиҙаҡәр хеҙмәт иткән табип-санитарҙарҙың батырлығын таныта. Тарих менән ҡыҙыҡһынған һәр кем өсөн Йоматау шифаханаһы музейы асыҡ.
ФОТО https://ooo-sanatoriy.ru/yumatovo/o_sanatorii/fotogalereya/territoriya_s...