Рейхстаг башына ҡыҙыл байраҡ ҡаҙаған Ғәзи Заһитовтың тыуыуына 100 йыл. Данлыҡлы яҡташыбыҙ 1921 йылдың 20 авгусында Мишкә районының Янағош ауылында тыуған. 1945 йылдың 30 апрелендә яугир Заһитов капитан Маков етәселегендәге штурмлаусылар төркөмө составында Рейхстагка инә һәм тәүгеләр рәтендә уның ҡыйығына Ҡыҙыл Байраҡ ҡаҙай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ғәзи Заһитовты Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ, тип табалар, тик, үкенескә ҡаршы, яҡташыбыҙға алтын миҙал тапшырылмай ҡала. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 1953 йылда автоһәләкәттә фажиғәле һәләк була.
Бөгөн данлыҡлы яҡташыбыҙ хөрмәтенә уның тыуған төйәгендә мемориаль комплекс асыу тантанаһы үтә. Батырҙың исемен мәңгеләштереүгә арналған саралар тураһында беҙҙең хәбәрселәр йөкмәткеле видеосюжет әҙерләй.
Тулыраҡ Рәсәй1 һәм Башҡортостан24 каналдарындағы Хәбәрҙәр-Башҡортостан сығарылышында һәм https://gtrk.tv/ сайтында