Беренсе Халыҡ-ара онлайн конкурс

Тулыраҡ: Беренсе Халыҡ-ара онлайн конкурс

Егерменсе быуат классигы, билдәле башҡорт композиторы Нариман Сабитовтың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан республика мәҙәниәт министрлығы Н.Сабитов исемендәге беренсе музыка мәктәбе менән берлектә йәш музыканттарҙың Халыҡ-ара конкурсын үткәрергә ҡарар итте. Бындай бәйге тәүге тапҡыр ойошторола. Еңеүселәр ике номинацияла – фортепиано һәм скрипкала Нариман Сабитовтың әҫәрҙәрен башҡарыусылар араһында асыҡланасаҡ. Конкурста махсус музыка мәктәптәрендә шөғөлләнгән 7-15 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша ала. Ойоштороусылар Башҡортостан ғына түгел, ә Рәсәй төбәктәре, яҡын һәм алыҫ сит ил музыканттарын да бәйгегә саҡыра. Сығыштар дистанцион форматта ҡабул ителә.

Башҡорт фортепиано музыкаһы үҫешендә Нариман Сабитовтың ижады ҙур әһәмиәткә эйә. Милли фортепиано музыкаһының байтаҡ жанрҙары, уның оло һәм кесе формалары барлыҡҡа килеп нығыныуы Нариман Сабитовтың шәхесенә тығыҙ бәйле. Композитор башҡорт музыкаһын инструменталь концерт, камерный вокал циклы, фортепиано әҫәрҙәренең инеш өлөшө, заманса сюжетлы балет, балалар опера һәм балеты менән байытҡан. Әҫәрҙәрендә башҡорт фольклорын өйрәнеү һәм халыҡ темаларын оҫта ҡулланыуы менән танылған композитор Башҡортостан һәм унан ситтә лә киң билдәле.

Йәш музыканттарҙың Нариман Сабитов исемендәге беренсе Халыҡ-ара конкурсы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт: https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/383111/

ФОТО http://dshi14.ru/novosti/306-shkolnyj-konkurs-yunykh-muzykantov-po-lesenke-k-masterstvu