Архангел районының Орловка ауылы хәҙер үҙен заманса туҡыусылар төбәге тип таныта. Уңған балаҫсылар ауылы быйыл икенсе тапҡыр ҡулдан туҡыу фестиваль-конкурсын иғлан итте. 21-22 августа “Орловка”ла Әлшәй, Ғафури, Миәкә, Балаҡатай, Йылайыр, Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Әбйәлил райондары, Салауат, Октябрьский, Учалы, Сибай, Бөрө ҡалалары туҡыусылары йыйыла. Конкурста улар “Башҡорт сувениры” дәрәжәһен алырҙай һәм милли биҙәк булараҡ танылыр ижади эш башҡарыу йөкләмәһен алған. Өлгө ике көндә туҡылып бөтөргә тейеш. Бынан тыш фестиваль барышында оҫталар үҙ эштәрен күргәҙмәгә сығара.
“Орловка” фестивале 2010 йылда Республика халыҡ ижады үҙәге балаҫсылар өсөн ойошторған оҫталыҡ дәрестәренән үҫеп сыҡҡан. Ошо ваҡыт арауығында республика төбәктәрендә табылған боронғо станоктар тергеҙелгән, туҡыу ысулдары яңыртылған. 2013 йылда Орловка ауыл мәҙәниәт йорто туҡыусылыҡты үҫтереүгә Республика башлығы Грантын яулағайны. Ошо аҡсаға яңы станоктар һатып алынған, оҫталар Рәсәй күләмендә үткәрелгән фестивалдәрҙә тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлегенә өлгәшкән, хатта яңы станоктар яһау нескәлектәрен үҙләштергән. Хәҙер балаҫсылар яңы алымдарҙы үҙе генә ҡулланып ҡалмай, йәштәрҙе лә милли кәсепкә өйрәтә. “Орловка” иһә ҡулдан туҡыу менән мауыҡҡан оҫталарҙың осрашыу майҙаны ғына түгел, ә башҡорт һәм рус балаҫсылыҡ йолаларын берләштергән, боронғо кәсептәргә яңы һулыш биргән үҙенсәлекле төбәк.
“Орловка” фестиваль-конкурсы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/387893/