Эҫе рекордттарын ҡыуа

Тулыраҡ: Эҫе рекордттарын ҡыуа

Башҡортостанда эҫелек буйынса йәнә бер рекорд теркәлде. Һауа температураһы Өфөлә 36, республика буйынса 37 градусҡа күтәрелде. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса 19 августа Дим аэрология станцияһында температура максимумының абсолют күрһәткесе яңырҙы. 2016 йылдың авгусында 34 градус эҫе булһа, быйыл һауа температураһы 36,2 градусҡа етте. Республика биләмәһендә иң эҫе көндө Учалы менән Мәләүез метеостанциялары теркәгән. Бында термометр бағанаһы 37,7 градус эҫе күрһәткән.

ФОТО https://ufa.aif.ru/society/nature/chetvertyy_raz_za_avgust_temperatura_vozduha_v_ufe_pobila_rekord_zhary