Синоптиктар киләһе ял көндәренә һауа торошо тураһындағы күҙаллауҙарын нығытты. 21-22 августа эҫе көндәр көтөлә. Һауа температураһы урыны менән 39 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Республика буйынса уртаса күрһәткес 31-36 градус эҫе. Төндә бер аҙ һалҡынайта, 17-22, ҡайһы бер райондарҙа 10-15 градус ҡына йылы буласаҡ. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан талғын иҫә. Яуым-төшөм көтөлмәй. Кисә Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте экстремаль эҫе тураһында иҫкәрткәйне. 20 августа температура нормалары 7 градусҡа юғарыраҡ.
Ял көндәре эҫе була
Тулыраҡ: Ял көндәре эҫе була