“Мәләүез һөт-консерва комбинаты” етештергән һөт ризыҡтарын Нигерияға һатырға ниәтләй. Әле “Цербер” системаһы аша был дәүләттең ветеринар-санитар талаптарына тап килеү-килмәүҙе асыҡлар өсөн электрон ғариза тапшырылған. Мәләүез етештереүселәре экспортҡа майһыҙландырып киптерелгән һөт, майлылығы 26 процентҡа еткереп киптерелгән һөт, майлылығы 42 процент булған киптерелгән ҡаймаҡ (һөт өҫтө), 72,5 һәм 82,5 процентлы аҡ май сығарырға әҙерләнә. Урындағы предприятиеларҙа һөттө эсер кимәлгә еткереп тергеҙәләр, шулай уҡ кондитер һәм ит ризыҡтары етештергәндә файҙаланалар, ти комбинаттың сифат буйынса директоры Лариса Анчина. Тикшереү һөҙөмтәләре предприятиела Африка дәүләтенә продукция етештереп оҙатыр өсөн талап ителгән бар ветеринар-санитар шарттар үтәлә, тип раҫлай. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы Россельхознадзорҙың Башҡортостан референт үҙәге мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итте.
ФОТО https://spasibovsem.ru/responses/luchshee-suhoe-moloko-nakonets-ya-ego-nashla.html