Мишкә районы үҙәгедә мари телен өйрәнеү буйынса полилингваль гимназия асыласаҡ. Ошо хаҡта Радий Хәбиров урындағы халыҡ менән аралашҡанда белдерҙе. Төбәктә мәктәп кимәлендә төрлө телдәр өйрәнеүҙе һәм дәрестәрҙе ошо телдәрҙә алып барыуҙы күҙ уңында тотҡан тәүге полилингваль гимназия Өфөлә 2019 йылда асылғайны. Бындай белем биреү йорттары исемлеге йылдан-йыл арта. ”Район үҙәгендә беҙ бер мәктәпте һайлап алып капиталь төҙөкләндереү үткәрербеҙ һәм ауылда полилингваль гимназия асырбыҙ. Был мәктәптә белем биреү рус һәм мари телдәрендә барыр. Уҡытыусы таба алһағыҙ инглиз телен дә өйрәнергә мөмкин. Полилингваль мәктәптәрҙә бер нисә телдә уҡытыу ҡаралған. Мәҫәлән республикала өс башҡорт, бер татар гимназияһы бар, Мишкәлә лә ошондай гимназия буласаҡ,” – тине Республика башлығы