Әле лә ауылға тик трактор менән генә барып етергә була. Ун йылдан ашыу юлһыҙлыҡтан йонсоған халыҡ урындағы хакимиәттән ярҙам һорай.Ҡарҙар иреп, ҡара ер күренә башлау менән Бүздәк районының Иҙәшбәш ауыл халҡы тракторға күсеп ултыра. Был йырып сыҡҡыһыҙ бысраҡ юлдан тик оло техника ғына үтә ала. Сабай ауыл советына ҡараған район сигендәге ауылда 160 кеше йәшәй. Улар ун йыл дауамында яҙлы-көҙлө ҡамауҙа ҡала. Бигерәк тә, балалар интегә. Өлкәндәр генә мәктәпкә йөрөй, ә башланғыс класстар өйҙә ултырырға мәжбүр. Быға тиклем уҡырға Туғай ауылында йөрөгән, быйыл Сабай мәктәбенә күсергәс, уҡыусылар ике тапҡырға алыҫыраҡ юл үтә. Еңел автомобилдән тыш, ашығыс ярҙам, янғын һүндереү машинаһына ла ауылға юл ябыҡ. Аҙыҡ-түлек тә килеп етмәй. 2007 йылда урындағы халыҡ үҙ көсө менән юлды рәтләй башлаған, тик билдәле сәбәптәр арҡаһында эш туҡтап ҡалған. Оҙаҡ йылдар юлһыҙ ыҙа сиккән кешеләргә район хакимиәте йыл һайын асфальт түшәргә вәғәҙәләй. Тик һаман өлкәне лә, кесеһе лә таҙа, таҡыр юл тураһында хыялланып, тубыҡтан батҡаҡ кисеп йөрөй.
Бүздәк районының Иҙәшбаш ауылында йәшәүселәр яҙлы-көҙлө юлһыҙлыҡтан интегә
Тулыраҡ: Бүздәк районының Иҙәшбаш ауылында йәшәүселәр яҙлы-көҙлө юлһыҙлыҡтан интегә