Баш ҡалабыҙ таҙа булһын тиһәң...

Тулыраҡ: Баш ҡалабыҙ таҙа булһын тиһәң...

Өфөлә биләмәләрҙе таҙартыу һәм төҙөклөндереү айлығы сиктәрендә иремәй ҡалған ҡар өйөмдәрен таратыу, боҙ ырғытыу, урам эстәрен тәртипкә килтереү эштәре башланды. Яҙ ҡояшы ҡар аҫтында йәшеренгән барлыҡ сүп-сарҙы ер өҫтөнә сығарҙы. Коммуналь хеҙмәткәрҙәр көрәгән һайын ҡый күренә тип зарлана. 21 марттан Өфөлә санитар таҙартыу буйынса айлыҡ башланды. Ҡалала бөтәһе 6 меңдән ашыу урам бар, уларҙы 130 махсус техника һәм 800 урам һепереүсе хеҙмәтләндерә. Бөтә урамдарҙы ла үтеп өлгөрөр өсөн коммуналь хужалыҡтар эш ваҡытынан тыш өмәләргә сыға. Ҡала урамдарындағы ҡар һәм боҙ тиҙерәк иреп бөтһөн өсөн уны тараталар. Өйөмдәр күберәк булған урындарҙан тейәп ситкә сығарыла. Әле тәү бурыс ирегән ҡар аҫтынан сыҡҡан эре сүп-сарҙы йыйыу. Ер асылғас тырматыу, юлдарҙы бысраҡтан йыуыу, ҡоймаларҙы буяу, йәғни ҡаланы тулығынса төҙөкләндереү эше башлана. Урамдарҙы ирегән ҡар аҫтындағы сүп-сарҙан таҙартыу эшенә тиҙҙән ҡала халҡы ла ҡушыла. Апрелдең 16 һәм 23-өндә дөйөм шәмбе өмәләре үтәсәк. Тап ошо көндәрҙә һәр кем ҡулына тырма, һепертке алып ҡаланың бөхтәлегенә үҙ өлөшөн индерә ала.