Ғыйраҡта хөкүмәт армияһы һәм курдтарҙың ҡораллы отрядтары Мәхмүр ҡалаһына яҡынлаша. Ул нефткә бай Мосул ҡалаһынан 60 саҡырымда ғына урынлашҡан. 2014-се йылдан Мосулға ИГИЛ террор төркөмө контроллек итә.
Литва фермерҙары һөт ризыҡтары етештереүгә дәүләттән дотациялар талап итеп урам йыйыны үткәрҙе. Һөткә хаҡтарҙың арзан булыуы, Рәсәй санкциялары Литва фермерҙарын бик ауыр хәлдә ҡалдырҙы. Улар шулай уҡ Европа берлегенән 75 миллион евролыҡ күптән вәғәҙә ителгән ярҙам да көтә.
«Халыҡ-ара амнистия» хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы Ҡатарҙың футбол буйынса донъя чемпионатына әҙерлеген тәнҡитләй. Спорт объекттары төҙөүселәрҙең хоҡуҡтары даими боҙола, уларға хеҙмәт хаҡы түләнмәй. Ойошма вәкилдәре бындай хәл ФИФА-ның абруйын төшөрә тип белдерә һәм кисекмәҫтән ҡәтғи саралар күреүҙе талап итә.
Дүрт көн буйы туҡтауһыҙ яуған ямғырҙан һуң Баку урамдарын һыу баҫты. Әзербайжанда автомобиль юлдары һыу каналына әйләнгән тип хәбәр итә мәғлүмәт агентлыҡтары. Күп кенә йорттар һыу аҫтында ултыра. Һәләк булыусылар тураһында хәбәр ителмәй.