Хеҙмәттәшебеҙ, оператор Леонид Александр улы Мешков ҡаты ауырыуҙан һуң арабыҙҙан китте

Тулыраҡ: Хеҙмәттәшебеҙ, оператор Леонид Александр улы Мешков ҡаты ауырыуҙан һуң арабыҙҙан китте

Уға май айында 68 йәш тулыр ине. Ул өлкәндәргә лә, йәштәргә лә, хатта балаларға ла дуҫ була алды. Башҡортостан телевидениеһында эшләүсе һәр журналист өсөн Леонид Мешков менән бергә тапшырыу йә видеосюжет төшөрөү ҙур бәхет һаналды. Сөнки ул телевизор ҡараусыға күркәм тапшырыу әҙерләп күрһәтеү өсөн иң матур кадрҙарҙы таба, кешеләрҙең кәйефен күтәрә белде. 1960-сы йылдарҙа ҡулына камера алғандан алып, һуңғы көнөнә тиклем ул телевидение менән янып йәшәне. Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, кинематографистар берлеге ағзаһы, Бөтә Рәсәй „Тэфи-Регион„ телевизион премияһы лауреаты, меңәрләгән видеосюжеттар һәм ике йөҙгә яҡын фильм авторы. Беҙҙең телевидение ғаиләһе бөгөн тәжрибәле белгесте генә түгел, тоғро, яҡын дуҫты ла юғалтты….