“Урал Тауҙары Амбассадоры”ның сәйәхәте тамам

Тулыраҡ: “Урал Тауҙары Амбассадоры”ның сәйәхәте тамам

Үҙен Урал тауҙары менән ҡуш күргән Өфө сәйәхәтсеһе Олег Чегодаев маҡсатына өлгәште. Өс меңдән ашыу саҡрым тау һуҡмаҡтарын 109 көндә үтеп яҡташыбыҙ күптәнге хыялын тормошҡа ашырҙы. Мауыҡтырғыс, үҙенсәлекле, урыны менән хәүефле юлын ул көн һайын социаль селтәрҙә тасуирлап барҙы. 2021 йылдың 1 майында Көньяҡ Уралдан башланған маршрутын 17 августа Төнъяҡ Уралдың иң бейек нөктәһе – “Константин ташы” түбәһендә тамамланы. “Сәйәхәт тамам, әммә был ваҡиғаға әле йомғаҡ яһалмаған, — күргән-белгәндәр, тәрән тәьҫораттар һәм тупланған тәжрибәне йыйып китап, фильм һәм айырым хикәйәләр яҙаһы бар”, ти “Урал Тауҙары Амбассадоры”.

Олег Чегодаев Өфөлә тыуып үҫкән. Эске эштәр органдарында хеҙмәтен тамамлағас эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Ювелир оҫтаханаһында экстремаль биҙәүестәр етештереүҙе яйға һалған. Сәйәхәттәргә мөкиббәнлеген олатай-өләсәһенең геолог һөнәренә бәйләй. 15 йылдан ашыу Урал тауҙарын өйрәнеү менән мәшғүл. Тау һыртын Көньяҡтан Төнъяҡҡа тиклем яңғыҙ йәйәүләп беренсе тапҡыр үтеүе. Бәхетле сәйәхәтсе әле Өфөгә ҡайтырға сыҡҡан.

ФОТО https://likes.ru/ufa/reviews/996-oleg-chegodaev-ya-ambassador-uralskih-gor