Яңы коронавирус: 20 август һандары

Тулыраҡ: Яңы коронавирус: 20 август һандары

Башҡортостанда үткән тәүлектә 12 кеше яңы коронавирус инфекцияһынан һәләк булды. Сир йәнә 293 кешелә асыҡланған. Пандемия башынан 53 мең 753 кешелә КОВИД19 сире теркәлгән, Вафат булғандар һаны 964 .

Төбәктә күмәк вакцинация дауам итә. Бөгөнгә республикала 1 091 300 кеше прививка яһатҡан, шуларҙың егерме бер меңдән ашыуы – үткән тәүлек эсендә. Вакцинаның ике компонентын да ҡаҙатҡандар һаны 898 516. Республика медицина учреждениелары вакциналарҙың 1 277 688 миҡдарын алған.

Хәбәр ителеүенсә, хөкүмәт коронавирустан вакцина яһатҡандар араһында рәсми лотерея уйната. 1 сентябрҙән 1 декабргә тиклем прививка яһатып ошо хаҡта уникаль яҙылыу номеры менән вакцинацияланғандарҙың берҙәм регистрында теркәлгән граждандар 100 мең һум аҡса отоу хоҡуғын ала. Приз отоу тураһында мәғлүмәт Госуслуги сайтындағы шәхси кабинетҡа ла тапшырыласаҡ.