Мишкә ауылында республиканың батыр улы Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асылды. Тантанала Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Һәйкәл “Биш герой” мемориаль комплексының бер өлөшө. Ғәзи Заһитов яуҙаштары менән тәүгеләрҙән Рейхстагка Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙаған. 20 августа уның тыуыуына 100 йыл. Скульптура композицияһының авторы — Рәсәй рәссамдар берлеге ағзаһы Илдус Закиров. Һәйкәл Мишкәләге Геройҙар Аллеяһын яңыртыу символына әүерелде.
“Геройҙар аллеяһы” парк-мемориал комплексы Мишкә районы үҙәгендә 2005 йылда Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә һәм яугир яҡташтар иҫтәлегенә асылған. Төҙөлөш район бюджеты менән халыҡтың хәйриә аҡсаһына атҡарылған.
Парк район халҡы һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан урындарының береһе. Бында йыл да Бөйөк Еңеү көнөнә, Ватан тарихының данлы ваҡиғаларына, Хәрби Дан һәм Хәтер көндәренә арналған тантаналар ойошторола. 2020 йылда мемориаль комплексты яңыртып ҡороу эштәре башҡарылды.