Эшсе һөнәр буйынса ярышсыларҙың беренсе делегацияһы Өфөгә йәкшәмбе Саха(Якутия) республикаһынан килде. Ошо уҡ кистә Сахалин, Кемерово һәм Новосибирск өлкәләренән чемпионатта ҡатнашыусылар ҙа килде.
“Йәш һөнәрмәндәр паркы” ярышсыларҙы ҡабул итергә әҙер, йыһаҙдар урынлаштырылған. “Ауыл хужалыҡы машиналарын файҙаланыу” майҙансығы эш башланы, трактор, тейәүсе экскаваторҙар урынында. “Икмәк бешереү” компетенцияһы өсөн майҙан да ҡулланыуға әҙер. Ҡоролманы урынлаштырғас эшләтеп тә ҡарағандар – байрамса түңәрәк икмәк бешерелгән.
“Йәш һөнәрмәндәр”ҙең (WorldSkills Russia) IX Милли чемпионаты Өфөлә 25 — 29 августа ойошторола. Төп ярыштар майҙаны “Йәш һөнәрмәндәр паркы”нда Рубежная урамында йәйелдерәлә. Биләмәгә 26, 27 һәм 28 августа тамашасылар ҙа килә ала.
WorldSkills Russia Милли финалы – Рәсәйҙә студенттар араһында WorldSkills стандарттарына ярашлы һөнәри оҫталыҡ ярыштарының иң мәртәбәлеһе. Чемпионатта юғары һәм урта махсус һөнәри белем биреү йорттарында уҡыған ун алтынан егерме биш йәшкә тиклемге студенттар һәм 16 йәшкә тиклемге мәктәп уҡыусылары ҡатнаша. Сара йыл һайын “Мәғариф” Милли проектына ҡараған “Йәш һөнәрмәндәр” федераль проектын бойомға ашырыу йәһәтенән үткәрелә.