Балалар коронавирус менән ауырый

Тулыраҡ: Балалар коронавирус менән ауырый

Башҡортостанда 23 бала COVID-19 диагнозы менән дауаханаға һалынған. Был хаҡта Республика Хөкүмәтендә үткән олператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин хәбәр итте. Әлеге ваҡытта стационарҙарҙа 4 меңгә яҡын оло кеше дауа ала, шуларҙың ике мең ярымдан ашыуы 60 йәштән өлкәнерәк.

Азат Рәхмәтуллин коронавирус инфекцияһына бйле пандемия башынан республикала 54 639 кеше был сирҙе йоҡторған, шуларҙың 297-һе – үткән тәүлектә.

Төбәктә шулай уҡ күмәк вакцинация әүҙем дауам итә. 916 мең кеше прививканың ике компонентын да яһатҡан, беренсе компонентты һалдырғандар һаны бер миллион йөҙ ҙә дүрт мең.

ФОТО https://nation-news.ru/560956-uchenye-vychislili-glavnyh-perenoschikov-k...