Төбәктәге тәмле проекттар араһында алдынғы

Тулыраҡ: Төбәктәге тәмле проекттар араһында алдынғы

Рәсәй1-Башҡортостан телеканалында эфирға сыҡҡан “Кулинарные старты” программаһының төбәктә бойомға ашырылған “тәмле” проекттар араһында алдынғылыҡты яулауы тураһында Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев белдерҙе. “Беҙҙә “Кулинарные старты” тигән программа бар, унда төбәк тауар етештереүселәре үҙ продукцияһын таныта, шул ашамлыҡтарҙан төрлө ризыҡтар әҙерләй ала. Был иһә һатып алыусылар араһында ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм ихтыяж уята”, — тине Алексей Гусев.

“Продукт Башкортостана” проекты төбәктә 2013 йылдан бойомға ашырыла. Унда бөгөнгә Башҡортостан биләмәһендә теркәлгән һәм төрлө тауар етештергән 560 ойошма һәм предприятие ҡатнаша.