Урман янғындары менән көрәш дауам итә, шул уҡ ваҡытта һуңғы көндәрҙә йорт-ҡураларҙа ут сығыу осраҡтары артҡан. Улар башлыса кешеләрҙең һаҡһыҙлығы арҡаһында сыҡҡан. Көндәр эҫе торғанлыҡтан ут тиҙ тарала. Радий Хәбиров район башлыҡтарын тәбиғәт янғындарының ауылдарға күсеүенә юл ҡуймаҫҡа саҡырҙы. Бөгөнгә Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә, 41 районда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән.
Янғын хәүефе киҫкен ҡала
Тулыраҡ: Янғын хәүефе киҫкен ҡала