Кемгә Интернет бушлай

Тулыраҡ: Кемгә Интернет бушлай

Башҡортостанда төпкөл ауылда урынлашҡан йорт-хужалыҡтарҙы Интернетҡа тоташтырыу мөмкинлеге ҡарала. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә цифра үҫеше министры Геннадий Разумикин “әлегә тиклем элемтәһеҙ ауылдарҙа Интернет селтәре “Доступный Интернет” төбәк проекты сиктәрендә үткәрелә”, — тип белдерҙе. 50 райондың 262 ҡасабаһында 40 мең йорт, йәғни, 100 меңдән ашыу кеше Донъя мәғлүмәт селтәрен файҙалана аласаҡ.

Проект дәүләт менән бизнес хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһе. Республика уны элемтә операторы менән бергә бойомға ашыра. Республика бюджетына һәр йортҡа Интернет индереү 6 мең һумға төшһә, оператор кабель үткәргән сығымдарҙың 50 процентына субсидия ала, ә йорт хужалары өсөн был хеҙмәт түләүһеҙ.

ФОТО https://promdevelop.ru/rabota/kak-zarabotat-dengi-v-derevne-bolshe-chem-...