Ҡоролоҡ бәләһе

Тулыраҡ: Ҡоролоҡ бәләһе

Быйылғы йәй 2010 йылдағынан да эҫерәк һәм ҡорораҡ килде. Был турала хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Ауыл хужалығы министры белдерҙе. Республика игенселәре әлегә ни бары 1 миллион 700 мең тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алған. Шул уҡ ваҡытта баҫыуҙарҙың 82 проценты эшкәртелгән. Гектар ҡеүәте 16,2 центнер. Тотош республикала ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителәсәк, тейешле документтар әҙер, тине Илшат Фазрахманов. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 624 хужалыҡтың ҡоролоҡтан 616 мең гектар майҙаны зыян күргән, шул иҫәптән 332 мең гектар юҡҡа сыҡҡан. Башҡортостан Башлығы ауыл хужалығы эшсәндәренә еңел булмаған шарттарҙа эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаровҡа йыл аҙағына тиклем республиканың агросәнәғәт комплексы алдындағы бөтә бурыстарҙы ҡапларға ҡушты.

ФОТО https://news.myseldon.com/ru/news/index/253081155