Йәш һөнәрмәндәр милли чемпионатында еңеүсе яҡташтарыбыҙға Радий Хәбироов 100 мең һумлыҡ премия вәғәҙәләне. Был турала Республика Башлығы Ворлд Скиллс финалында ҡатнашасаҡ Башҡортостан йыйылма командаһы менән осрашыуҙа белдерҙе. Был аҙнала Өфөлә үтәсәк ярышта урта һөнәри белем биреү йорттары студенттары һәм йәш белгестәре араһынан 105 йүнәлеш буйынса иң яҡшылары асыҡлана. Эшсе һөнәрҙәр буйынса чемпионатта Башҡортостандан 280 конкурсант ҡатнаша. Еңеүселәргә 100 мең, призерҙарға 50 мең һум түләнәсәк, тип вәғәҙәләне Радий Хәбиров, ошондай уҡ сумманы еңеүсе әҙерләгән етәкселәр ҙә аласаҡ.