Өфөлә транспорт хәрәкәте сикләнә.

Тулыраҡ: Өфөлә транспорт хәрәкәте сикләнә.

WorldSkills чемпионаты барған көндәрҙә башҡаланың ике үҙәк урамында юл ҡапланасаҡ. Башҡала хакимиәтенең мәғлүмәт үҙәге иғлан итеүенсә, сикләүҙәр 25-29 августа ғәмәлдә. Был көндәрҙә сәғәт иртәнге һигеҙҙән төнгө ун икегә тиклем Зәки Вәлиди урамының Аксаков урамынан Ғафури урамына тиклем өлөшө һәм Генерал-губернатор Перовский урамы ябыла. Хакимиәт был сараны WorldSkills Милли чемпионатының финалында ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү зарурлығы менән аңлата. Муниципалитет һәм чемпионатты ойоштороусылар Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарҙың юл маршруттарын көнэлгәре күҙаллауын иҫкәртә.

ФОТО https://www.sobaka.ru/ufa/city/city/130225