Башҡортостан паралимпиясыһы - байраҡсы

Тулыраҡ: Башҡортостан паралимпиясыһы - байраҡсы

Токиолағы паралимпиаданы асыу тантанаһында Башҡортостан спортсыһына байраҡсы дәрәжәһе ышанып тапшырылды. 24 августа Японияның башҡалаһында Паралимпиада-2020 ярыштарын асыу тантанаһы көтөлә. Өфө ваҡыты менән ул сәғәт көндөҙгә дүрттә башлана. Тура трансляцияны “Матч-ТВ” телеканалында ҡарарға мөмкин. Рәсәй йыйылма командаһының байраҡсыһы итеп еңел атлетика буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Андрей Вдовин менән яҡташыбыҙ – мең ярым метрға йүгереүҙә ике тапҡыр паралимпия чемпионы Елена Паутова һайланған.

Мәғлүм булыуынса, ВАДА санкциялары сәбәпле Рәсәй спортсылары RPC (Russian Paralympic Committee) аббревиатураһы менән Рәсәй Паралимпия комитетының гербы төшөрөлгән аҡ байраҡ аҫтында сығыш яһай. Еңеүселәр хөрмәтенә Рәсәй гимны түгел, ә Петр Чайковскийҙың беренсе концертына инеш өлөшө көйөн яңғыратырға ҡарар ителгән.

Паралимпиадала Рәсәй йыйылма командаһын 50 төбәктән 241 спортсы таныта. Башҡортостандың 14 паралимпиясыһы спорттың дүрт төрөндә – йөҙөү, фехтование, еңел атлетика һәм өҫтәл теннисында — дәүләт данын яҡларға йыйына.

ФОТО https://news.myseldon.com/ru/news/index/249323804