“Сәләмәт мөхит” нисек ярҙам итә

Тулыраҡ: “Сәләмәт мөхит” нисек ярҙам итә

Табиптар һәм сирлеләр коронавирус менән бәйле пандемия осоронда телемедицинаның әһәмиәтен юғары баһалай. Ошо хаҡта Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы рәсми сайтында хәбәр итте.

Телемедицина хеҙмәттәренә пандемия осоронда ихтыяж 10 тапҡырға артҡан. Иҫәп алып барыусы белгестәр ошондай һығымтаға килгән.

Башҡортостан24 каналында даими эфирға сыҡҡан «Здоровая среда» һәм “Телемедицина” тапшырыуҙары пандемия осоронда табиптар һәм сирлеләргә коронавирус инфекцияһы менән көрәшергә ярҙам итеп кенә ҡалмай. Телевизор ҡараусыларҙы борсоған башҡа төрлө һорауҙарға яуап бирә һәм табип белешмәләрен еткерә.

Башҡорт телендә әҙерләнгән “Телемедицина” тапшырыуы йома төнгө сәғәт өстә, шәмбе киске сәғәт туғыҙҙа, йәкшәмбе 8.45, 12.20, 18.45 сәғәттә эфирға сыға. “Здоровая среда” тапшырыуын рус телендә дүшәмбе һәм шаршамбы көндәрендә сәғәт көндөҙгө өстә ҡарарға мөмкин.