28 августа “Кино төнө” Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡортостан да ҡушыла. Быйыл сара алтынсы тапҡыр ойошторола. “Кино төнө” республиканың 25 майҙансығында үтәсәк. Сеанстар киске сәғәт һигеҙҙә башлана. Өфөлә кино һөйөүселәр өсөн күрһәтелгән өс фильмды Ағиҙел яры буйында урынлашҡан Амфитеатр тирәһендә ҡарарға мөмкин. Төнгө кино сеанстары республиканың ҙур ҡала һәм райондарында ла ойошторла.
ФОТО: https://fbm.ru/novosti/kultura/noch-kino-2021-obedinit-bolee-80-regionov-rossii.html