Ошондай оранды Ейәнсура районы һалды. Төбәктә урман-туғайҙар яна. Казанка ауылынан алыҫ түгел биләмәләрҙә ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте менән берлектә урындағы халыҡ һәм ирекмәндәр янғын һүндерә. Ут йөҙәрләгән гектарҙа дөрләй. Район хакимиәте башлығы Дамин Юланов хәбәр итеүенсә, иртәнән янғын менән көрәшкә 200-ҙән ашыу кеше һәм тиҫтә берәмек техника йәлеп ителгән. “Ирекмәндәрҙе көтәбеҙ. Йыйын Казанка ауыл мәктәбендә ойошторолған. Координаторҙар бар мәғлүмәт менән тәьмин итә, белешмә бирә һәм эш участкаларын көйләй. Туҡланыу ойошторолған”, тине район етәксеһе.
Координаторҙар менән бәйләнеш өсөн телефондар +7 927 237 73 69 (Альмира), +7 927 927 31 48 (Фидан)