Меңдән ашыу гектарҙа урман яна

Тулыраҡ: Меңдән ашыу гектарҙа урман яна

24 август көндөҙгө 12-лә алынған мәғлүмәттәр буйынса тәбиғәт янғындарының йәнә ике усағы тоҡанған, ут өс ярым гектар майҙанға таралған. Белорет, Бөрйән, Баймаҡ, Күгәрсен, Ейәнсура, Әбйәлил, Йылайыр, Ауырғазы, Федоровка райондары биләмәләрендә дөйөм иҫәпкә алғанда 1179, 55 гектар урман яна. 9 усаҡты сикләүгә өлгәшелгән, был 328,95 гектар майҙан. 850 гектарҙан ашыу майҙанда ут сикләнмәгән. Ейәнсура районы Казанка ауылы тирәһендә 120 гектарҙа дөрләгән усаҡ йорттарға хәүеф менән янамай, ут юлында тәбиғи ҡаршылыҡ — автомобиль юлы бар, минерал һыҙат та яһалған. Ауылдарҙы уттан һаҡлау маҡсатында янғын урындарына Күмертау янғын-ҡотҡарыу гарнизонынан 10 кеше һәм ике берәмек техника юлланған. Белорет районында 700 гектарҙа, Үрге Ләмәҙ ауылынан 9 километр алыҫлыҡта тоҡанған янғын йорттарға ҡурҡыныс түгел, ут ҡаршыһында автомобиль юлы, шишмә, гөрләүектәр сик була ала. Янғын һүндереүҙә 67 кеше, 12 берәмек техника ҡатнаша, улар араһында Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Өфө эҙәрмән-ҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәре бар. Межгорье ябыҡ биләмәһендә йорттарҙан 6 километр арауыҡта 27 гектар майҙанда ут яна. Халыҡҡа янғын ҡурҡынысы юҡ. Белорет районында йәнә бер усаҡ – Үрге Арша ауылынан 10 километр алыҫлыҡта яна. Бөрйән районында ла ауыл-ҡасабаларға янғын хәүефе янамай.

ФОТО https://utv.ru/material/izverzhenie-vulkana-v-bashkirii-na-gore-razgorelsya-pozhar/