Электричкала ярты хаҡҡа

Тулыраҡ: Электричкала ярты хаҡҡа

Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары һәм студенттар электричкала юл хаҡғының яртыһын ғына түләп йөрөү хоҡуғын ала. Ҡағиҙә яңы уҡыу йылы башланғас, 1 сентябрҙән ғәмәлгә инә.

Юл хаҡын түләгәндә 50 процентлыҡ ташлама 7 йәштән өлкән мәктәп уҡыусыларына һәм юғары, урта һәм башланғыс һөнәри уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектә белем алған студенттарға бирелә. Тәүгеләре ташлама алыр өсөн мәктәптә уҡығаны тураһында белешмә, икенселәре – студент билетын күрһәтергә тейеш. Ошондай уҡ ташлама Силәбе өлкәһе биләмәһендә лә бирелә, Ырымбур өлкәһе юлдарында дисконт 25 процент тәшкил итә. Тулыраҡ мәғлүмәт Башҡортостандың транспорт министрлығы сайтында бар.

ФОТО https://www.bashinform.ru/news/1175942-ufimskie-shkolniki-uznali-o-gorodskikh-legendakh-iz-okna-elektrichki/?nomobile=1