Светофор “аҡылға” ултыртылды

Тулыраҡ: Светофор “аҡылға” ултыртылды

Өфөлә беренсе “Аҡыллы” светофор ҡабынды. Был хаҡта төбәк транспорт министрлығы хәбәр итә.

Октябрь проспекты менән СССР-ҙың 50-йыллығы урамдары киҫелешендә транспорт детекторы, контроллер һәм светофор эшен күҙәтеп идара итеү буйынса программа тәьминәте ҡорамалдары урынлаштырылды. “Адаптив идара режимы светофор сигналының ваҡытын үҙгәртеүҙән ғибәрәт. Транспорт детекторы күрһәткестәре буйынса система светофор төҫтәренең янып торор арауығын һайлай”, — тип аңлаттылар транспорт министрлығында.

Светофор менән адаптив режимда идара итеү көсөргәнешле хәрәкәтле урам сатында транспорт тығындарын иҫкәртә. Шулай уҡ урамда тауыш кимәлен баҫырға һәм автомобиль төтөнөн кәметергә булышлыҡ итә. Минтранс күҙәтеүҙәре үрҙә билдәләнгән юлдар киҫелешендә тығындар һаны әҙәйгәнен иҫбатлай. Төбәк транспорт министрлығы республиканың 300 меңдән ашыу кеше йәшәгән һәр ҡалаһында светофорҙарҙы “аҡылға” ултыртырға ниәтләй.

ФОТО http://gorodskoyportal.ru/barnaul/news/news/62411437/