81 йыл үҙгәрмәгән рекорд ҡыйратылды

Тулыраҡ: 81 йыл үҙгәрмәгән рекорд ҡыйратылды

Өфөлә 1940 йылдан алып ҡаҡшамаған температура рекорды 2021 йылдың 24 авгусында яңырҙы. Дим аэрология станцияһында һауа температураһы абсолют максимумы 36,4 градуста теркәлгән. Әлегә тиклем 40 йылдан ашыу был күрһәткес 34,2 градус эҫегә тиң ине.

Республика буйынса, йәғни, Йылайыр метеостанцияһында һәм Гидрометүҙәктең башҡаланың Зорге урамындағы нөктәһендә 31, 3-тән 37,3 градусҡа тиклем эҫелек теркәлгән.

Башҡортостанда быйыл август айында температура рекорды һигеҙенсе тапҡыр ҡуйылды.

ФОТО https://www.ufa.kp.ru/online/news/4410418/