Башҡортостанда янғын усаҡтары һаны ике тиҫтәгә яҡынлаша

Тулыраҡ: Башҡортостанда янғын усаҡтары һаны ике тиҫтәгә яҡынлаша

25 август иртәһенә республика биләмәләрендә 1471 гектар майҙанда урман яна. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, тәбиғәт янғындары Белорет, Бөрйән, Баймаҡ, Ейәнсура, Ауырғазы, Федоровка, Ғафури, Хәйбулла, Йылайыр район биләмәләрендә теркәлгән. Туғыҙ урында янғын ҡамап алынған, тағы ла ете усаҡ ҡамалмаған. Ауыл-ҡасабаларҙы уттан ҡурсалау маҡсатында янғын урындарында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан баш идаралығының аэромобиль төркөмө эшләй. Янғын һүндереүҙә махсус төркөмдөң 40 кешеһе һәм 6 берәмек техникаһы ҡатнаша.