Коронавирус буйынса ике антирекорд

Тулыраҡ: Коронавирус буйынса ике антирекорд

Башҡортостанда пандемия башынан алып тәүге тапҡыр бер тәүлектә 300 кешелә коронавирус сире асыҡланған. COVID-19 сирлеләрҙең дөйөм һаны республика буйынса 55 меңгә етеп килә. 54939 сирленең 50 мең 600-ө уңышлы һауыҡҡан, 491 кеше стационарҙан үткән тәүлектә дауаланып сыҡҡан. Яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб мәғлүмәттәренә ҡарағанда әле стауионарҙа 642 сирле дауалана, уларҙың 53-ө ауыр хәлдә. Реанимация пациенттары араһында коронавирустан прививка яһатҡандар юҡ. Ковид йоҡторғандарҙың 2665-е амбулатор шарттарҙа дауалап күзәтелә.

Тағы ла бер антирекорд – үлем осраҡтары — үткән тәүлектә яңы коронавирустан 15 кеше һәләк булған.