Вакцинацияны тиҙләтергә кәрәк

Тулыраҡ: Вакцинацияны тиҙләтергә кәрәк

Башҡортостанда коронавирустан прививка яһатҡандар һаны бер миллион бер йөҙ ун бер мең кеше. Был республика халҡының сирек өлөшө генә һәм коллектив иммунитет нығытыу өсөн аҙ. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән брифингта Ирина Кононова халыҡтың 60-80 проценты вакцинацияланған осраҡта ғына коллектив иммунитет тураһында әйтергә мөмкин, тип белдерҙе. Министр урынбаҫары фекеренсә, 60 йәштән өлкәндәрҙең 90 процентына прививка ҡуйыу зарур. Күмәк вакцинацияны тиҙерәк тамамларға кәрәк, сөнки артабан киҙеүҙән прививка ҡуйыр ваҡыт етә, ә ике вакцина араһында кәмендә бер ай самаһы арауыҡ талап ителә, тип билдәләнде брифингта.

ФОТО https://mymoscow.info/2021/06/21/kovivak-privivka/?unapproved=40&moderation-hash=51be8ca7c8b350630ff86c4635bee4af