Башҡортостанда донъя кимәлендәге кампус буласаҡ

Тулыраҡ: Башҡортостанда донъя кимәлендәге кампус буласаҡ

Студенттар ҡаласағы Өфө генә түгел, ә республика өсөн айырым әһәмиәткә эйә. Евразия фәнни үҙәген булдырған Башҡортостан яңы обьектты өс йыл эсендә төҙөп бөтөргә тейеш. Радий Хәбиров проектҡа мөмкин тиклем етди иғтибар бүлергә саҡыра. Кампусҡа бәйле һәр мәсьәлә айырым һәм федераль кимәлдә өйрәнелә. Ошо йәһәттән Башҡортостанға был аҙнала илдең фән һәм мәғариф министры урынбаҫарының эш сәфәре менән килеүе көтөлә. Республикаға кеше факторы, кеше капиталы өсөн көрәшергә ваҡыт. Беҙ буласаҡ белгестәрҙе, йәштәрҙе юғалтабыҙ. Республиканың иң аҡыллы, маһир йәштәре башҡа субьекттарға китә. Финанс яҡтан килгәндә, Башҡортостан үҙенә ситтән уҡырға килгән студенттарҙан йылына 400 миллион һум табыш ала. 18 миллиард һумға баһаланған төҙөлөштөң төп этабы киләһе йылда башланһа, проектҡа һуңғы нөктә 2025-се йылда ҡуйылыр тип көтөлә. Кампус иһә Өфөнөң тарихи өлөшөндә урын аласаҡ.