Өфөлә 130 мең уҡыусы парта артына ултырасаҡ

Тулыраҡ: Өфөлә 130 мең уҡыусы парта артына ултырасаҡ

1 сентябрь башҡала мәктәптәрендә парта артына 130 мең уҡыусы ултырасаҡ, шуларҙың 15 меңе беренсе класстар. Ҡала мәктәптәре яңы уҡыу йылына 330 мең уҡыу әсбабы һатып алған. Башҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдереүҙәренсә, балаларҙың хәүефһеҙлеге лә юғары кимәлдә ойошторолорға тейеш. Бөгөн Өфөлә WorldSkillsRussia халыҡ-ара чемпионаты башлана. Быйылғы йәй башҡала тарихында халыҡ-ара, хатта донъя кимәлендәге сралар менән хәтерҙә ҡаласаҡ. Бөгөн Өфөлә «йәш һөнәрмәндәрҙең» WorldSkillsRussia 9-сы милли чемпионатының финалы башлана. Башҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә халыҡ–ара сараға айырым иғтибар бүленде. Чемпионатты асыу тантанаһын Ватан этнопаркында күҙәтергә була. Артабан 3 көн дауамында Рубежная урамында Һөнәрмәндәр паркы эшләйәсәк. Бында килгән ҡунаҡтар һәм тамашасылар үҙҙәрен төрлө һөнәр өлкәһендә һынап ҡараясаҡ. Ә WorldSkillsRussia чемпионатында ҡатнашыусы 1800 уҡыусы 105 компетенция буйынса ярышасаҡ. Республиканан 500 уҡыусы ҡатнаша.Роспотребнадзорҙан белдереүҙәренсә, Башҡаланың ковид-дауаханалары сирлеләр менән тулған. Коронавирус менән ауырыусылар араһында йәштәр күп һәм сирҙе дауалау ҡатмарлаша бара, ти табиптар. Үткән тәүлектә Ковид-19 вирусын эләктергән 300 кеше асыҡланған. Пневмония һәм киҫкен респиратор инфекция менән өйҙә ауырыусылар һаны бер аҙ кәмегән. Төбәккә әлеге көнгө 1 миллион 357 мең доза вакцина ҡайтарылған. Ҡала хакимиәте өфөлөләрҙе вакцина эшләтеүҙе кисектермәҫкә саҡыра.Шулай уҡ оператив кәңәшмә барышында Өфө мәктәптәренең хәүефһеҙлеге, яңы уҡыу йылына әҙерлеге тикшерелде. Балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьми итеү, террорға ҡаршы тороу йәһәтенән мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында күләмле эштәр башҡарылған.