Ошо көндәрҙә саңғы спортын үҙ итеүселәр араһында кросс буйынса Өфө районының беренселеге һәм асыҡ чемпионаты уҙҙы. Ярышҡа республиканың төрлө райондарынан 140-ҡа яҡын спортсы йыйылғайны. Старт алдынан тәнде ҡыҙҙырып, мускулдарҙы яҙҙырып алыу мөһим. Сөнки әҙерлекһеҙ ярышта ҡатнашыу төрлө йәрәхәттәр алыу ихтималлығын аттыра. Был турала ике йыл элек саңғы спортына ғашиҡ булған 10 йәшлек Әмирә яҡшы белә. Әмирә менән бергә Шамонин ауылынан ярышҡа йәмғеһе 14 бала саңғысылар араһында кросс буйынса Өфө районының беренселеге һәм асыҡ чемпионатына килгән. Улар барыһы ла “Йыл тренеры — 2021” номинанты — Айгөл Хәкимова тәрбиәләнеүселәре. Айгөл Әфхәт ҡыҙы әйтеүенсә, спортсылар ниндәй ҙә булһа һауа торошона әҙер булырға тейеш. Был юлы ла ярышта ҡатнашыусыларға 40 градусҡа етеп барған эҫелек ҙур һынау булып торҙо.Тағы ла ҙур һынау – ул йүгергән юлдың ауыр булыуы. Ҡасандыр бында Советтар Союзы кимәлендәге чемпионаттар уҙғарылған.Трасса Башҡортостанда иң яҡшыларҙан һанала. Уның рельефы ла ныҡ ҡатмарлы. Спортсыларға 750 метр тауға табан күтәрелергә тура килә. Әйткәндәй, трасса 1980-се йылдарҙа барлыҡҡа килгән, әммә оҙаҡ йылдар ҡулланылмаган. Һәм әле, ниһәйәт, тәүге рәсми ярыш ойошторола. Өфө районының иң яҡшы спортсылары, шул иҫәптән билдәле биатлонсы, донъя чемпионы Максим Чудов та ҡасандыр тап ошонда күнекмәләргә йөрөгән. Хәҙер инде маҡсат чемпиондарҙы тәрбиләгән юлды тергеҙеп, йәйен еңел атлетика кростары, ә ҡышын саңғы ярыштары үткәреү. Саңғы спортын яратыусылар араһында кросс буйынса асыҡ чемпионат ошо изге маҡсатҡа башланғыс булып тора, ти ойоштороусылар. Кросс буйынса Өфө районы беренселегенә спортсылар бөтә республиканан йыйылды. 140 ҡатнашыусы араһында 7 йәшлек малай-ҡыҙҙар ҙа, өлкәнерәк ҡатын-ирҙәр ҙә бар. Һәр йәш категорияһында иң шәп йүгереүселәр тәбрикләнде.Ғөмүмән, Өфө районында саңғы спорты ныҡ үҫешкән. Бында биш трасса иҫәпләнә. Шулай уҡ, теләгән һәр кемдең әүҙем йәшәү рәүешен алып барыу мөмкинлеге булһын өсөн ауылдар араһында “сәләмәтлек һуҡмағы” ла булдырылған.
Етеҙҙәр һәм әүҙемдәр
Тулыраҡ: Етеҙҙәр һәм әүҙемдәр