Башҡортостанда көслө ташҡын көтөлә

Тулыраҡ: Башҡортостанда көслө ташҡын көтөлә

Быйыл төбәктә норманан ике тапҡырға күберәк ҡар яуған. Халыҡ һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәре техниканы әҙерләй, һыу баҫыу ихтималлығы булған ауылдарҙа ауырлы ҡатындар, балалар, өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар ҙа барлана. Бәлә килә ҡалһа уларҙы тәү сиратта ҡотҡарыу өсөн. Республика йылғаларында һыу күтәрелә башланы ла инде. Яҙғы ташҡын менән көрәш Көъяҡ Уралда башланды ла инде. Эҫем йылғаһындағы боҙҙо хәрби саперҙар шартлата. Йылғаны әле үк боҙҙан асмағанда тығындар барлыҡҡа килеү һәм йорттарҙы һыу баҫыу ихтималлығы арта. Хәрбиҙәр әйтеүенсә, был-еңел мәсъәлә түгел.Ташҡын тураһында шулай уҡ күсмә экрандар аша ла мәғлүмәт бирелә. Улар һыу аҫтында ҡалыу ихтималлығы булған урам урталарында ҡорола. Күп кенә белгестәр Өфөнөң ҡайһы бер урамдары ла быйыл мотлаҡ һыу аҫтында ҡаласаҡ, тип күҙаллай. Йылдағыса был мәлдә Республикала ташҡынға ҡаршы көрәш буйынса махсус комиссия ойошторолдо. Өфөлә иһә муниципалитеттарҙағы янғын һүндереүселәргә өмөт менән бағалар. Ҡала хакимиәте уларҙы яңы кәмәләр һәм ҡотҡарыу техникаһы менән тәъмин иткән. Ташҡын алдынан муниципаль янғын һүндереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре көн һайын тиҙҙән һыу аҫтында ҡаласаҡ урамдарҙы күҙәтә. Ярҙам кәрәк булған кешеләр исемлеге төҙөлә, мәғлүмәт ҡағыҙҙары таратыла, ихаталарҙа кәмәләр барлығы-юҡлығы өйрәнелә. Өфөнө күптән инде һыу баҫҡаны юҡ. Шуға ла кәмәләр башлыса өлкәндәрҙә генә һаҡланған.Рәйсә Сөләймәнова ташҡынға әҙер. Ул аҙыҡ – түлек һәм һыу запасын да етерлек күләмдә хәстәрләгән. Уның күршеләре лә ошондай уҡ мәшәҡәттәр менән мәшғүл. Ташҡынға тиклем баҙ-мөгәрәптәрҙе бушатып, йорт ҡаралтыларҙы, кәмәләрҙе әҙерләү өсөн әле ваҡыт бар. Әммә күп түгел.