Бер төркөм белгестәргә маҡтаулы исемдәр ҙә бирелде. Республика Йортонда 60 кеше намыҫлы хеҙмәте өсөн маҡтаулы һәм почет грамоталары, рәхмәт хаттары, дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Улар араһында бар ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған Тәтешле районының Карл Маркс исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Өлфәт Ғәбсәләмов тә бар. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеме менән баһаланды.Торлаҡ-коммуналь, ауыл, урман хужалығы, төҙөлөш, транспорт, мәғариф, медицина өлкәләрендә хеҙмәт иткән утыҙ кешегә маҡтаулы исемдәр бирелде.Башҡортостандың маҡтаулы грамоталарына лайыҡ булғандар араһында слесарь, тракторсы, механизатор, водитель, табип кеүек төрлө һөнәр кешеләре бар.6 тиҫтә кеше республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған. Төрлә өлкәлә эшләһәләр ҙә уларҙы юғары профессионаллек, һөнәргә тоғролоҡ кеүек күркәм сифаттар берләштерә. Ә инде бөгөнгө тантанала ҡатнашыу артабан да тырышып эшләргә этәргес көс бирҙе, ти наградланыусылар.
Бөгөн баш ҡалала хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды
Тулыраҡ: Бөгөн баш ҡалала хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды