Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Һиндостанда Колкаты ҡалаһында тимер ҡоролма емерелеү сәбәпле 20 кеше һәләк булған. Йөҙләгән кеше йәрәхәтләнгән. Хәбәрһеҙ юғалыусылар байтаҡ. Уларҙың харабалар аҫтында ҡалыуы ихтимал. Шуға ла ҡотҡарыусылар бер минутҡа ла туҡтамай. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, фажиғә төҙөлөштө проектлағанда ебәрелгән хата сәбәпле килеп сыҡҡан.

Американың Оклахома штатында көслө ҡойон бик күп биналарҙы, электр тапшырғыс линияларын емергән. Һәләк булыусылар һәм хәбәрһеҙ юғалыусылар тураһында хәбәр ителмәй. Оклахома һуңғы бер-нисә көндә генә ҡот осҡос 4 торнадо аҫтында ҡалған.

Франция студенттары ил буйынса ҡаршылыҡ акцияһы үткәргән. Улар ил етәкселегенең хеҙмәт ҡануниәтен үҙгәртеп ҡороу тураһындағы ниәтенә ризаһыҙлыҡ белдерә. Яңы законға ярашлы, эш көнө оҙоная, хеҙмәт хаҡы кәмей. Акцияла ҡатнашыусылар хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә таш һәм шешәләр ырғытҡан, яуап итеп полиция күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған.

Бөгөндән Рәсәйҙә автомобиль бензинына, дизель яғыулығына акциздарҙың һалымы арта. Ошо турала Дәүләт Думаһы ҡабул иткән закон Федерация советында ла хупланды. Шулай итеп, бензинға хаҡтар 7 процентҡа арта. Ил хөкүмәте ошондай юл менән бюджет дефицитын ҡапларға уйлай. Рәсәй финанстар министрлығының яҡынса иҫәпләүҙәре буйынса, ҡаҙна 90 миллиард һум өҫтәмә килем ала. Яңы акциздарҙың агросәнәғәт комплексына йоғонтоһон кәметеү өсөн дизель яғыулығына хаҡ 1 һумға ғына арта.