Тәбиғи бейә һөтөн махсус ойотҡо менән бешеп яһалған эсемлек кенә ҡымыҙ тип атала. Ошо мәғлүмәтте инҡар иткәндәрҙең шифа урынына ялған эсемлек һатып алыуы бар. 80 йыллыҡ тарихын барлаған Өфө йылҡы заводы бөгөн ғәҙелһеҙ тауар етештереүселәр менән яңғыҙы көрәшергә мәжбүр. 119-сы йылҡы заводының ҡымыҙ бешеү цехында сағыштырмаса тынлыҡ. Ғәҙәттә меңәр ярым тонна шифалы эсемлек әҙерләнгән силәктәрҙән әлеге көндә 40 литрлап ҡына ҡымыҙ шешәләргә тултырыла. Ихтыяж ҙурлығына ҡарамаҫтан был күләм бары шифаханалар талабын ҡәнәғәтләндерергә етә. Яҙ. Бейәләрҙең һөт биреүҙән туҡтап торған миҙгеле. Һауын цехында иһә сиратты 17 баш мал көтә. Бында тиҫтә йыл эшләгән Роза Головина йәйен 10-12 литр биргән бейәләрҙән әле бары ике литр һөт һауып ала. Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер вәғәҙә иткән үҙенсәлекле эсемлеге, тоҡомло башҡорт, рус юртаҡ аттары менән илдә дан тотҡан хужалыҡтың хәле бөгөн һөйөнөрлөк түгел. Тиҙҙән үтер миҙгел ҡармарлыҡтарын иҡтисади мәсьәләләр ҡуйырта. Заводтың 17 миллион һум бурысы түләнмәгән. Етәксе урынбаҫары Александр Сенькин суд ултырыштары араһында аттарҙың торошон тикшереп сығығырға өлгөрә.Йылҡы заводының төп килем сығанағы, әлбиттә, ҡымыҙ. Яҡшы һауымға иҫәп тотор өсөн үрсемгә лә, малдың сәләмәтлегенә лә, аҙыҡҡа ла тейешенсә иғтибар кәрәк. Көҙҙән етерлек һоло әҙерләнгән, яҙын ерҙәрҙе һөрөп-сәсергә йыйыналар. Июнгә тиклем банкротлыҡтан ҡотолоу сараһы табылһа.Заводтың киләсәге тураһындағы һорау бында эшләгән кешеләрҙең иң нескә тойғоларын ҡуҙғыта. Тарихты юҡҡа сығарһаҡ киләһе быуындар ғәфү итмәҫ, тиҙәр. Өфө йылҡы заводында башҡорт тоҡомло аттарҙың 10-сы быуынға тиклемге нәҫеле тураһында мәғлүмәт тупланған.Предприятие музейында 1936-сы йылдан алып бөгөнгәсә тыуған ҡолондарҙың таныҡлығы бар. Өфө аттарының Европа илдәре, Рәсәй бәйгеләрендәге еңеүен дәлилләгән маҡтау ҡағыҙҙары һаҡлана. Хужалыҡтың гөрләп эшләгән мәле беҙҙең йәшлек осорона тура килде, ти Зәйтүнә Шәмсулла ҡыҙы. Уның хеҙмәт стажы 39 йыл.Киләсәккә өмөт менән ҡарау хаҡ тәғәләнән ярҙам көтөп ятыуҙы аңлатмай. Завод етәкселеге йылҡысылыҡ тауарҙарын етештереүҙе арттырыу сараһын эҙләй. Ҡымыҙға йола буйынса бешелгән эсемлек булараҡ махсус дәрәжә алыу күп мәсьәләләрҙе хәл итер ине, ти Александр Сенькин. Шифалы эсемлек атамаһы йәбештерелгән башҡа төр һөт ризыҡтары һатып алыусыларҙы хата фекергә килтерә. Башҡортостандың тикшереү һәм сертификатлау үҙәге белгестәре әйтеүенсә лә һыйыр, дөйә, кәзә һөтөнән бешелгән эсемлекте ҡымыҙ тип таныу дөрөҫ түгел. Ҡайһы бер тауар етештереүселәрҙең ғәҙелһеҙ маркетинг алымы арҡаһында кешеләр алданып ҡына ҡалмай, йола буйынса әҙерләнгән милли эсемлегебеҙҙең дәрәжәһе лә кәмей. Һөҙөмтә булараҡ ошо ризыҡты етештереүселәр финанс юғалтыуҙар кисерә. Ҡымыҙ брендын раҫлау, ҡымыҙ етештереүселәр берлеген ойоштороу кеүек етди ҡарарҙар хужалыҡтар мәнфәғәтендә икән, яратҡан эсемлекте һатып алғанда уны ялғанынан айыра белеү беҙҙән тора.
Өфө йылҡы заводы ғәҙелһеҙ тауар етештереүселәр менән яңғыҙы көрәшергә мәжбүр
Тулыраҡ: Өфө йылҡы заводы ғәҙелһеҙ тауар етештереүселәр менән яңғыҙы көрәшергә мәжбүр