Дрондар шоуы һәм салют. Йәш һөнәрмәндәр ярыша

Тулыраҡ: Дрондар шоуы һәм салют. Йәш һөнәрмәндәр ярыша

Өфөлә йәш һөнәрмәндәрҙең Уорлд Скилзз Россия чемпионатын асыу тантанаһы үтте. Сағыу тамашаға хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева шаһит булды. Өфөлә WorldSkills чемпионатының финалы йыһан кимәлендәге ваҡиға дәрәжәһен ала. Йәш һөнәрмәндәр һәм уларҙың көйәрмәндәре биш көнгә WorldSkills планетаһына саҡырыла. 9-сы Милли чемпионатта илдең 76 төбәгенән ике меңгә яҡын конкурсант 105 төр һөнәр буйынса оҫталыҡ күрһәтеү хоҡуғын алды. Ярышта ҡатнашыусыларҙы Милли чемпионатты ҡабул иткән төбәк етәксеһе Радий Хәбиров сәләмләй һәм ил президентының ҡотлау сәләмен дә еткерә.Йәш һөнәрмәндәрҙе мөһим ваҡиға уңайынан Рәсәйҙең һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы генераль директоры Роберт Уразов, видеобәйләнеш аша Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова һәм йыһан карабынан космонавттар Петр Дубров менән Олег Новицкий тәбрикләй. Рәсәйҙең һәр төбәген бөгөн Өфө һәм Башҡортостандың башҡалаһында үткән мөһим ваҡиға, төп проект берләштерә. Йәш һөнәрмәндәрҙең уңышы һәм мәртәбәһе хөрмәтенә «WORLDSKILLS» чемпионаты әләме күтәрелә. Ярышсылар һәм уларҙың оҫталығын баһалаусы белгестәр үҙ сиратында ғәҙел көрәш һәм уның өсөн тигеҙ шарттар вәғәҙә итеп ант бирә. Мәртәбәле ярыштарҙа үҙ-ара ихтирам менән ярҙамсыллыҡ сағыу еңеүҙең төп шарты булараҡ ҡабул ителгән. Башҡортостан Республикаһы башлығы Милли чемпионат финалын асыҡ тип иғлан итә. Был чемпионат йәш һөнәрмәндәр генә түгел, ә үҙенең киләсәген ил яҙмышы менән берҙәм күргән, юғары үрҙәр яуларға, яңы оҫталыҡтарға өлгәшергә теләгән һәр кем өсөн асыҡ. Ярыш майҙандарында конкурсанттар хәрәкәтен дә күҙәтергә, төрлө һөнәр нескәлектәрен дә татып ҡарарға, профессия һайлау тестарын да үтергә мөмкин. Йәштәр һәм үҫмерҙәр өсөн ишектәр асыҡ. Ярыштар иһә Рубежная урамында яңы ҡоролған “Йәш һөнәрмәндәр паркы”нда ойошторола. Финал ярыштарының һәр көнөн мәҙәни саралар менән аралаштырып барыу ҡаралған. Йәш һөнәрмәндәр уға лайыҡ. Милли чемпионат финалын асыу тантанаһы хедлайнеры Егор Крид сығышы, мең дрон осошо тамашаһы, тантаналы салют – быларҙың барыһы ла йәштәрҙә дәрт-дарман, күңелле көрәш һәм сағыу еңеү рухын нығытыр өсөн. Йәш һөнәрмәндәрҙең туғыҙынсы Милли чемпионат финалы пандемияға бәйле ябай түгел шарттарҙа үтә. Рәсәйҙә иң күләмле сараларҙың береһендә төп шарт – ярышсылар һәм ҡунаҡтарҙы йоғошло сирҙән аралау. Ойоштороусылар был йәһәттән ентекләп әҙерләнгән. Милли чемпионат финалын асыу тантанаһында йәш һөнәрмәндәр Ватан паркының амфитеатр сәхнәһе янында айырым урын алды. Ярышсыларға ҡунаҡтар менән аралашыу сикләнгән. Тамашасылар йыһан ваҡиғаһын амфитеатр битләүенән күҙәтә. Был ҡағиҙәнең чемпионаттың ярыш майҙандарында ла үтәлеүе мотлаҡ.